«Селтәр» студияһы апайҙары ҡунаҡҡа килде

     Республикабыҙҙың  төрлө райондарынан йыйылған башҡорт рухлы,белемле,уңған һәм дәртле оҫтабикәләрҙән генә  торған «Селтәр» студияһы гимназиябыҙға ҡунаҡҡа килде. Албина Кусимова,Вәсилә Камалтинова, Лилиә Нафиҡова, Зөләйха Рыҫҡолова, Фатима Хәйретдинова ,Гөлгөнә Рыҫҡолова,Зәрилә Тәтегәсова   — республикабыҙҙа уҙғарылған бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡан , «Өләсәйем  һандығы» программаһына ярашлы башҡорт  халҡының милли кейемдәре,ғөрөф-ғәҙәттәре,бейеүҙәре,йырҙары хаҡында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә,мәктәп уҡыусыларына тулы мәғлүмәт еткереүсе , тәрбиәүи эш алып барыусы әүҙем апайҙарыбыҙ ул. Улар башҡарыуында матур  йырҙарҙы,дәртле бейеүҙәрҙе  уҡыусылар йылы ҡабул итте ,дәррәү алҡышланы.

    Күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән  ҡашмау,түшелдерек,альяпҡыс ,балаҫ, таҫтамалдарҙан торған күргәҙмә  балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өлкән апайҙарҙың әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған боронғо түшелдерек,ҡашмауҙар ,шулай уҡ боронғо башҡорт  ҡатын-ҡыҙҙары бейеүе тарихы,йыр легендаһы тураһында һөйләүҙәре айырыуса ҡыҙыҡлы булды.

         Фатима апайҙың ейәнсәре Аделина Хәйретдинова ла күстәнәс менән килгән,матур бейеү бүләк итте.

      Кисәне моңло, дәртле ҡурай көйҙәре менән  гимназиябыҙҙың ҡурай түңәрәге етәксеһе Руслан Рафаэль улы Мулюков биҙәне.

        Башҡорт мәҙәниәтен,сәнғәтен күтәреп,телебеҙгә һөйөү тәрбиәләп йөрөүсе  арҙаҡлы апайҙарға һаулыҡ теләйбеҙ,тағы ла ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булыр тип көтөп ҡалабыҙ.

Илзирә Ғәрифуллина.

 

 

13.03.2019