«Төрки телдәр шиғриәте” кисәһе үтте

Башҡорт дәүләт педагогия унивеситеты студенттары менән берлектә,гимназиябыҙҙа «Төрки халыҡтары шиғриәте» исемле бик матур сара ойошторолдо.
Кисәне башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе,тәнҡитсе,яҙыусы ,журналист, филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев асты.Үҙенең ҡыҫҡа ,әммә йөкмәткеле сығышын ул балалар менән диалог рәүешендә алып барҙы.Артабан һүҙҙе Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинова алды. Йәш шағирә сығышында төрки халҡы телдәренә ҡайһы халыҡтар теле инеүен,ни тиклем оҡшаш икәнлеген уҡыусыларға аңлатып, ғағауыз,үзбәк телдәрендә яҙылған шиғырҙарҙың аудиояҙмаһын да ишеттерҙе.Ҡаҙаҡ,яҡут,ғағауыз телдәренән үҙенең тәржемәләрен тамашасыға еткерҙе.Китапханаға төрки телдәрендә баҫылып сыҡҡан,төрлө авторҙарҙың китаптарын бүләк итте .
Байрам ҡунаҡтары,республика инженер лицейы уҡыусыларының ҙур оҫталыҡ,маһирлыҡ менән шиғыр һөйләүҙәре күңелдәргә хуш килде.
Гимназиябыҙҙың һандуғасы,9 класс уҡыусыһы Элина Хәкимова башҡарыуында «Сулпан» ,ә БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты егеттәре Инсур Кинйәбаев һәм Динар Ғайсин башҡарыуында моңло башҡорт йырҙары ,Фәдис Иҙрисовтың «Рекрут» бейеүе кисәгә рух һәм дәрт кенә өҫтәне.
Студенттар Света Михайлова,Динар Ғайсин төрки телдәрҙә шиғыр һөйләп ишеттерҙе.
Кисәне ,туған телебеҙҙе яратырға,өйрәнергә һәм тырышып уҡырға тигән теләктәрен белдереп,гимназиябыҙҙың директоры Илһам Зиннур улы Ғайсин тамамлап ҡуйҙы.

14.12.2018