Эшкыуарзар менан осрашыу

25 октябрь 102- се башҡорт гимназияһында “Эшҡыуарлыҡ…Эшҡыуарлыҡ?Эшҡыуарлыҡ! тип аталған ҡалабыҙҙың эшлекле, эшмәкәр бер нисә эшҡыуарҙары менән осрашыу булып үтте. Был сара Дим районы ата-әсәләре комитеты ағзалары менән берлектә үткәрелде. Мәртәбәле ҡунаҡтар, үҙенең шәхси һаҡ фирмаһын булдырған һәм Дим районы ата-әсәләр комитеты рәйесе Мусин Морат Марат улы, “Самия” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры – Ямуров Азат Шәрифхан улы, “Медиалаб” медицина анализдары лабораторияһының директор урынбаҫары Билалов Фәнил Сәлим улы гимназия уҡыусылары менән бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә ойошторҙолар. Осрашыу барышында уҡыусыларҙан торған эксперт төркөм эшләп килде. Шиһапова Д.,Ғайсин И.,Хәмитов А.,Ғәлиәхметова Д., һәм уларҙың етәксеһе Ямалитдинова З.Ю., осрашыуҙың һәр бер этабына һығымта яһап үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңлейәрова Сәғирә Әхмәт ҡыҙы уҡыусыларға, ата-әсәләргә,килгән ҡунаҡтарға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. 7 А класы уҡыусыһы Хәмитов Арыҫлан Ҡәҙим Аралбаевтың “Ураллыбыҙ” шиғырын яттан һөйләүе барыһына ла оҡшаны. Был саранан бөтәһе лә рухланып, дәртләнеп таралышты.

28.10.2018